+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель , 12:30

Азат Баҙранов яңы вазифала

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан Азат Баҙрановтың Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе. Был вазифала ул Урал Килсенбаевты алмаштыра.

Азат Баҙранов яңы вазифала
Азат Баҙранов яңы вазифала

Бынан тыш, Баҙранов 2023 йылдың авгусында ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы етәксеһе вазифаһына кире ҡайтарыла (махсус операция биләмәһенә юлланғансы ул ошо комиссияның етәксеһе булды).

«Азат Баҙрановтың махсус хәрби операцияға китеүе менән бәйле әлеге бурысты Азамат Абдрахманов башҡарҙы. Азамат Фәрит улы, эшегеҙ өсөн рәхмәт. Быны йәнә Азат Шамил улына тапшырабыҙ. Эшкә тотоноғоҙ», - тине Радий Хәбиров.

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: