+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель , 00:01

КӨЛӘ-КӨЛӘ ҺЕҘГӘ КИЛӘБЕҘ – ҠАРАНЙЫЛҒА АУЫЛЫНА!

Ошо көндәрҙә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, йырсы, ҡурайсы, нәфис һүҙ оҫтаһы –Рифат Йәмлихин, шулай уҡ халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, моңло тауышлы йырсы, журналыбыҙҙың 2023 йыл лауреаты Харис Шәрипов һәм РФ, БР рәссамдар, дизайнерҙар союздары ағзаһы Артур Василов менән “Көлә-көлә Һәнәк килә” тип исемләнгән әҙәби-мәҙәни тамашабыҙҙы күрһәтеп ҡайттыҡ.

КӨЛӘ-КӨЛӘ ҺЕҘГӘ КИЛӘБЕҘ  – ҠАРАНЙЫЛҒА АУЫЛЫНА!
КӨЛӘ-КӨЛӘ ҺЕҘГӘ КИЛӘБЕҘ – ҠАРАНЙЫЛҒА АУЫЛЫНА!

Йыр-моңға, “Һәнәк”сә сатира-юморлы монологтарға, көләмәстәргә, йор һүҙгә һәм алҡыштарға бай булды осрашыу. Рифат Йәмлихин менән Харис Шәрипов бер үҙҙәре тотто публиканы. Уларҙы халыҡ сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Иң даланлы, өлөшлө өлгөрҙәр, журналға яҙылып, бүләккә Артур Василовтан шарж эшләтеп кинәнде. Рәссам концерт буйына ҡәләмен ҡулынан төшөрмәне, тиерлек.

Тағы шуныһы һөйөндөрҙө – бәнда дәртле, рухлы йәштәр үҫеп килә икән. Улар, беҙ йыйынған арала, башҡорт йырсылары яҙмаларына һелкенеп, дискотекала бейене. Беҙ ҡуҙғалыр булғас, әллә ҡайһы арала машинабыҙ эргәһендә пәйҙә булып, беҙҙең арттан ҡул болғап оҙатып ҡалдылар, тағын килегеҙ, тип саҡырҙылар. Барырбыҙ, Алла бирһә, тинек.  

Осрашыуҙы ойоштороуға ҙур ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн: мәҙәниәт йорто мөдире Марс Марат улы Ғәзизовҡа, китапханасы Гөлшәт Миңлеәхмәт ҡыҙы Вәлиеваға, ауыл хакимиәте башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафинға, клуб хеҙмәткәре Люциә Вәхитоваға һәм беҙгә донъяға билдәле ғалим ауылдаштары – Жәлил Кейекбаев музейына ентекле экскурсия үткәреүе өсөн тарихсы Азат Ишмырҙинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Беҙҙе республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларында көтөгөҙ! Көлә-көлә һеҙгә килебеҙ!

 

Һүрәттәрҙә: байрамдан күренештәр, Артур Василовтың ҡайһы бер шарждары.

 

КӨЛӘ-КӨЛӘ ҺЕҘГӘ КИЛӘБЕҘ  – ҠАРАНЙЫЛҒА АУЫЛЫНА!
КӨЛӘ-КӨЛӘ ҺЕҘГӘ КИЛӘБЕҘ – ҠАРАНЙЫЛҒА АУЫЛЫНА!
Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: