+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 08:20

Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр

15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә аҙналығы барышында «Бәхетле сәғәт» акцияһы ойошторола. Ул эш биреүселәрҙе ғаиләле хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға саҡыра. Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы координаторҙары шундай тәҡдим менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр
Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр

Акция ғаиләне яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, республика ғаиләләре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итер тип күҙ уңында тотола. Тематик аҙналыҡта Башҡортостанда республика ғаиләләре өсөн тематик саралар ойошторола.

Автор:
Читайте нас: