Сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дөйөм ҡала байрамы 24 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә «Торатау» конгресс-холы майҙансығында була. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан Рим Хәсәнов көйөнә ижад ителгән «Өфө йүкәләре» гранд-вальсы сығарылыш уҡыусыларын берләштерә. Шулай уҡ концерт программаһында: уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.
Шул уҡ көндө 12 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн тантаналы линейкалар була.
24 майҙа юлдар ябыла, ә Өфөлә һәм республикала хәмер һатылмай.
Фото: sspecial.bryanskobl.ru