+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май , 09:30

«Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөләсәктәр

Бөгөн Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә тантаналы саралар үткәрелә. Йылдағыса «Торатау» конгресс-холы майҙансығында мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн байрам әҙерләнгән. 

«Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөләсәктәр
«Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөләсәктәр

Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башланасаҡ. Артабан сығарылыш класы уҡыусылары баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы айҡанлы Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөлә. Концерт программаһында шулай уҡ уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб бар. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.

2024 йылда Өфө мәктәптәрен 4300-ҙән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тамамлай. 12 меңдән ашыу туғыҙынсылар өсөн тантаналы линейкалар утә.  

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас: