+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май , 12:20

Яҙыл һәм бүләк от!

Китап байрамында гәзит-журналдарға яҙылып, бүләкле булырға мөмкин. Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында II “Китап байрамы” тантаналы рәүештә башланды. Өс көн дауамында беҙҙең "Һәнәк"кә һәм башҡа баҫмаларға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыласаҡ.

Яҙыл һәм бүләк от!
Яҙыл һәм бүләк от!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акция ойоштора. Ниндәй булһа ла (республика, район, ҡала) ваҡытлы матбуғат баҫмаһына кәмендә ярты йылға яҙылыусылар сымһыҙ ҡолаҡсын йә пауэербанк хужаһы була ала. Бүләктәр көн һайын киске алтыла отторола. Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: