30 майҙа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2-гә тиклем. Көндөҙ +17, +22, көньяҡта +27 градусҡа тиклем.
31 майҙа Башҡортостанда төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көнсығыш буйынса 1 градусҡа тиклем. Көндөҙ +21, +26 градус.