-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2024, 10:00

Пенсиялар индексациялана

Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялауҙы тергеҙеү өсөн саралар күрәсәк. Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Пенсиялар индексациялана
Пенсиялар индексациялана

«Киләһе йылдың 1 февраленән эшләгән граждандарҙың пенсияһын индексациялау тергеҙелә. Хәҙер ундай кешеләр – 7 миллион 800 меңдән ашыу, улар бай эш тәжрибәһенә эйә», – тине ул.

«Улар эшен дауам итһен, белеме менән уртаҡлаша алһын өсөн шарттар булдырыу мөһим», – тип өҫтәне премьер. 
Мишустин вице-премьер Татьяна Голикованан пенсияны индексациялау мәсьәләһен үҙ контроленә алыуын һораны. «Тиҙ арала федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләргә кәрәк. Бөтә тейешле ҡарарҙар яҙғы сессияла уҡ ҡабул ителеренә иҫәп тотабыҙ», – тип өҫтәне хөкүмәт башлығы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: