+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь , 11:00

«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы асылды

Республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығы билдәләнгән көндә, милли батырыбыҙҙың тыуған яғында – Салауат районының Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Парктың дөйөм майҙаны – 4,5 гектар, төҙөлөштөң хаҡы – 128,5 миллион һум. Был архитектураһы, күләме һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле булған тарихи парк.

«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы асылды
«Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы асылды

Концепцияны әҙерләгәндә урындағы тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу мотлаҡ шарт булып торған. Йыл һайын ошо гүзәл тәбиғәт мөйөшөнә 17 меңдән ашыу турист килә. Республиканың Туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, парк асылғас, уларҙың һаны бер нисә тапҡырға артыр, тип көтөлә.

«Кешеләрҙе ниндәйҙер тарихи ваҡиғалар һәм, әлбиттә, тәбиғәт йәлеп  итә. Бында икеһе лә бар. Был ерҙә элек Салауат Юлаев тыуған һәм уның бала саҡ, үҫмер йылдары үткән ауыл булған. Бының тарихи урын икәнен, Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн ни тиклем мөһимлеген барыһы ла белә. Бында беҙ уның ижадын күрһәтәбеҙ. Ул яугир генә түгел, ижади кеше лә булған. Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле һәм аҡыллы. Икенсенән, күркәм тәбиғәт. Беҙ туристарҙы төньяҡ-көнсығышҡа, Салауат районына саҡырабыҙ. Бында йылға буйлап ағырға мөмкин, һоҡланғыс тәбиғәт, өс йылға бар. Был урын һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип уйлайым. Бөгөн беҙ республикала туристар өсөн яңы нөктә астыҡ, ғөмүмән, миңә бик оҡшаны, әлбиттә, башҡараһы эштәр байтаҡ, ләкин әле үк туристар килеп ҡарарға мөмкин», – тине Радий Хәбиров.

Проект Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас: