+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль , 13:00

Ғәфү итерме улдары?

–Балалар әллә ҡайҙа булған. Көнө буйы ҡайтманылар. Мин һеҙҙә икән тиһәм... – тип өмөтлө ҡараштары менән ата-әсәһенә баҡты Сулпан.

Ғәфү итерме улдары?
Ғәфү итерме улдары?

Әллә оҙаҡ көтөп алынған, һуңлап ҡына тыуған бер бөртөк бала булғанға, Сулпан шул тиклем иркә ҡыҙ булып үҫте. Өйҙә уның һәр әйткәнен әсәһе лә, атаһы ла үтәне. Яңы кейем кәрәкһә, ҡиммәтлеһен алдылар, тәмле-татлынан да өҙөлмәне. Атаһының ауыл биләмәһе башлығы булып эшләүе лә ҡыҙҙың арҡаһын нығытты, тиҫтерҙәре араһында һүҙе үтте, уларҙан үҙен бер аҙ өҫтөнөрәк тотто.  Ғөмүмән Сулпан өсөн бәләкәйҙән хәл ителмәй торған мәсьәләләр булманы.

Мәктәптән һуң медицина университетына барырға уйланы, башлы ғына булһа ла, дәртлелеге ҡамасауланы. 11 класта уҡығанда яңы ғына армиянан ҡайтҡан Рәил менән дуҫлашып киттеләр. Мәктәпте тамамлауға, 18 йәшле тулды, шуны ғына көткән һымаҡ, Сулпан кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Төшкән ғаилә лә бик хәлле ине. Ҡайныһы ла яуаплы вазифа биләгәс, нужаһыҙ тормошо дауам итте. Ире атаһы етәкселек иткән ойошмаға эшкә урынашты.  Килен булып төшөүгә йәш ғаилә өсөн йорт әҙер, ул бөтә заманса йыһаздар менән тулыланған ине. Туйға төшкән аҡсаға сит ил машинаһы һатып алып, бик еңел йәшәп алып китте йәштәр.

Донъя мәшәҡәттәре уны борсоманы. Нимә ашарға, нимә кейергә тигән  һорауҙар уға ҡағылманы. Бер ниндәй һөнәргә уҡымаһа ла, тормошонан уңды Сулпан. Бер - бер артлы тапҡан ике улын ҡарау төп бурысы булды. Шулай ҙа донъяһын матур, таҙа тотто. Балаларының, иренең өҫтө һәр ваҡыт ҡараулы булды, йорто балҡып торҙо. Баҡсаһында йәшелсәһен  үҫтерҙе, ихатаһы тулы сәскә булды.

Тормош йылғаһы тыныс ҡына аҡмай. Уның боролоштары ла, ҡаршылыҡлы урындары ла осрап тора. Киләсәктә нимә булырын да алдан әйтеп булмай. Рәхәтлеккә күнеүе еңел, ҡапыл осраған ауырлыҡтар ҡайһы берәүҙәрҙе һындырып та ҡуя.

Сулпанды ла ҡаты яҙмыш һынауҙары көттө. Өлкән улы Айнур 5-се класты, кесеһе Айҙар 7-сенене тамамлаған йәй ине ул. Ҡайныһы, ҡәйнәһе, ире өсәүләшеп район үҙәгенән ҡайтып килгәндә ҡурҡыныс аварияға осрап, ҡаршы килгән машинаға бәрелеп, өсөһө лә юлда һәләк булдылар. Икенсе машинаныҡылар ҙа иҫән ҡалманы.  Шул иртәлә: “Атайым менән беҙ ҙә барабыҙ" тип улдары ла йүгерешеп сыҡҡайны . Аталары: “Эш күп,  арырһығыҙ, икенсе тапҡыр үҙегеҙҙе генә  алып барырмын” тип алдаштырып ҡалдырып китте.

Улдары үпкәләберәк тороп ҡалһа ла, был уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булған икән.

Шаңҡып ҡалды был ҡайғынан Сулпан. Рәиле бөтә донъяны үҙе алып барғас, нимәгә тотонорға белмәне. Хатта газ-электр өсөн түләүҙең дә рәтен белмәй ине бит. Эшкә сығайым тиһә, һөнәре юҡ.

Бер нисә айҙан ире туплап ҡалдырған аҡса ла бөттө. Ата-әсәһе пенсиялары менән ярҙам итергә тырышты. Улар ҙа олоғайғас, үҙҙәренән дарыу-фәләндән артмай.

Тәүҙә малдарын һатты Сулпан, ул аҡса ла күпкә етмәне. Этеп -төртөп бер йыл үтеп китте. Малайҙары тағы ла бер йылға ҙурайҙы. Ләкин Сулпандың тормошонда ғына ыңғай яҡҡа үҙгәреш булманы.

Ҡайғыңды кемгәлер һөйләп, күңелеңде бушатһаң, рәхәт булып ҡала. Сулпандың ҡайғыһын уртаҡлашырҙай әхирәттәре лә күбәйҙе. Бындай серләшеүҙәр, эске табыны менән тамамланды. Араҡы ирен юғалтыу ҡайғыһын да, бала ҡарау, донъя көтөү мәшәҡәттәрен дә онотторған һымаҡ булды.

Айныған сағында йүгереп йөрөп донъяһын йыйыштырҙы , таҙартты, балаларына ашарға бешерҙе. “Башҡа бер ҡасан да эскене ауыҙыма алмайым “ тип улдарына  һүҙ бирҙе. Ләкин араҡы күреү менән биргән ант онотолдо. Ата-әсәһенең әрләүе лә бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сыҡты. Иртәнсәк айный алмай ятҡан, өйҙә ашарға булмаған саҡтар йышайҙы. Был ваҡытта балалар  өләсәйҙәренә барып һыйынды.

Өлкән улы быуыны ла нығынмаған үҫмер булһа ла, үҙенсә әсәһенә ярҙам итергә тырышты. Каникулда кешегә ялланып картуфын утап, башҡа төҙөлөш эштәрендә ярҙамсы булып аҡса табырға тырышты. Шул аҡсаға магазиндан аҙыҡ-түлек алып ҡайтты. Ҡустыһы, әсәһе өсөн яуаплылыҡ унда бик иртә барлыҡҡа килде.

Әсәй – ул өйҙөң ҡояшы һымаҡ, донъя тотҡаһы. Шул ҡояш һүнһә, тормош та һүрелеп ҡала. Сулпан эшләмәгәс, аҡса ла булманы, өй өсөн түләүҙәр буйынса бурыстар йыйылып китте. Ә бер көндө электрҙы өҙҙөләр.

–Әсәй, 1 сентябрь етә. Беҙҙең мәктәпкә кейергә кейемебеҙ, рюкзагыбыҙ ҙа, дәфтәр-ручкаларыбыҙ ҙа юҡ. Ҡасан алабыҙ? – тип йөрәген өҙгөләне балалары.

–Ярай, быйылға элеккеләрен кейеп торорһоғоҙ. Аҡса юҡ бит. Нисек алайым мин һеҙгә яңы кейем? – тип ярһыны әсә.

Шул саҡта улдарының күҙҙәрендәге үпкәне, рәйнеүҙе күрҙе ул. Балаларының был ҡарашы йөрәген телеп үтһә лә, үҙ ҡайғыһы артығыраҡ ине.

Бер көндө уянып китһә, өйҙә япа-яңғыҙы, эргәһендә балалары юҡ. Урамда йөрөйҙәрҙер, йә өләсәйҙәрендәләрҙер тип тәүҙә иғтибар итмәне. Кис төшкәс тә, ҡайтмағас, хәүефләнә башланы. Араҡы ҡайғыһы китте, хафаланып, тыуған йортона йүгерҙе. Балаларының тап унда булыуына өмөтләнде. Ҡартайып, саҡ таяҡҡа таянып йөрөгән атаһы менән әсәһе кәйефһеҙ генә ҡаршы алды ҡыҙҙарын. Һаулыҡҡа туя алмаған ҡарттар үҙҙәре лә ярҙамға, ҡарауға мохтаж шул. Бер бөртөк ҡыҙҙарының эскегә һалышыуы уларҙың да бәғерен өтә.

–Балалар әллә ҡайҙа булған. Көнө буйы ҡайтманылар. Мин һеҙҙә икән тиһәм... – тип өмөтлө ҡараштары менән ата-әсәһенә баҡты Сулпан.

–Ултыр, ҡыҙым, балаларың бөгөн генә ҡайтмаҫ. Кисә төндә иҫереп ятҡан сағыңда уны балалар өсөн махсус приютҡа алып киттеләр. Беҙҙең ҡарар рәт юҡ бит. Бала тапҡас, уларҙы тейешенсә тәрбиәләргә лә кәрәк. Беҙ һине шулай үҫтерҙекме ни? – атаһының асыулы тауышы Сулпандың мейеһен киҫеп үткән һымаҡ булды.

–Нисек приютҡа? Мин уларһыҙ нисек йәшәрмен. Улдарым – минең бит тормошомдоң барлыҡ йәме, - Сулпан һығылып төшөп иларға кереште.

–Үҙеңдән тора , ҡыҙым, барыһы ла. Эскеңде ауыҙыңа алмаһаң, йортоңдо тәртипкә килтерһәң, эшкә урынлашһаң, балаларыңды кире ҡайтарырҙар. Йә эске , йә балаларың инде.Үҙең һайла!—әсәһенең һүҙҙәре лә бөгөн айырыуса шелтәле, ҡаты  яңғыраны.

Сулпан йүгереп өйөнә ҡайтты. Уны алыштырып ҡуйҙылармы ни? Ҡапҡа төбөндә көтөп торған шешәләш әхирәте Мәҙинәне лә, араҡыны ла күрәһе  килмәне. “Йә эске, йә балаларың...Һайла..” әсәһенең был һүҙҙәре аңының иң төпкөл өлөшөнә инеп ултырған да ҡабатланып тик тора.

–Миңә бүтән эске тотоп килмәгеҙ. Бөгөндән уны ауыҙыма ла алмаясаҡмын.Шул арҡала балаларымдан яҙҙым, –тине әхирәтенә ҡәтғи итеп.

–Ярай инде, бер рюмканан ни була, – тип тегеһе өгөтләп ҡараһа ла уны ишетергә теләмәне Сулпан.

Атаһынан аҡса алып тороп таң менән район үҙәгенә юлланды. Тәүҙә опека бүлегенә барып, балаларының хәлен һорашты, үҙенең төҙәлергә, эшкә урынлашырға  теләген белдерҙе, балаларһыҙ йәшәй алмаясағын да әйтте.

Тура юлға баҫырға теләгән әсәне районда ла иғтибарһыҙ ҡалдырманылар. Эскеселектән дауаланырға, эш табырға ярҙам иттеләр. Тиҙҙән район үҙәгендәге дауаханаға санитарка булып эшкә урынлашты.

Үткенсе машиналарға ултырып, көн һайын  район үҙәгенә йөрөү генә мәшәҡәтле ине. Тиҙҙән атаһы әллә нисә йыл гаражда ултырған, иҫкерәк булһа ла машинаһын ремонтлап ҡыҙына бирҙе.

–Праваң бар. Юл ҡағиҙәләрен иҫеңә төшөрөп ал да , әйҙә, файҙаһын күр, –тине.

Сулпандың  эскенән арыныуына иң ныҡ һөйөнгәне малайҙары, ата-әсәһе булды. Улдарының ҡайтыуын күңеле талпынып көтөп алды.  Йорт-ихатаһын матурланы, өҫтәл тәмле ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Атаһы менән әсәһен дә алып килде.

Тыуған йорттарына инеп килгәндә улдарының бәхеттән балҡыған йөҙөн күреп, Сулпандың йөрәге лә шатлыҡҡа тулды.

–Улдарым, ҡәҙерлеләрем минең. Ғәфү итегеҙ инде әсәйегеҙҙе. Тормошомдоң күрке, йәшәүемдең мәғәнәһе тап һеҙ булыуын ошолай ҙур һынауҙар аша ғына аңланым бит, – тип ике улын бер юлы ҡосаҡлап, тыйыла алмай түгелеп иланы.  

Аяғына ныҡлабыраҡ баҫҡас, махсус курс тамамлап, матурлыҡ салонына эшкә инде. Был һөнәрҙә тәжрибә туплағас, ҡуртымға бүлмә алып үҙенең эшен ойошторҙо.

 Сулпан хәҙер уңышлы эшҡыуар. Олоғайған ата-әсәһен эргәһенә күсереп алып уларға ла ҡәҙер -хөрмәт күрһәтә. Улдары ла ҙурайҙы, икеһе лә юғары уҡыу йорто студенты булып киттеләр.

Яңыраҡ ҡасандыр бергә ҡайғы баҫҡан шешәләш әхиртен һуңғы юлға оҙаттылар. 50 йәшкә лә етмәгәйне. Эскенән арынырға көс тапмай, бик иртә яҡты донъя менән хушлашты.

Ә бит Сулпанды ла ошо яҙмыш көтә ине. Балалары булмаһа, бәлки ул да  шул һаҙлыҡтан сыға алмаҫ ине. Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңә алырлыҡ шул тиклем көслө тойғо шул ул әсәлек хисе....

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас: