Бөгөн һәм иртәгә, 28 һәм 29 августа ғына, иң юғары һауа температураһы +22, +25 градус тәшкил итәсәк. Артабанғы аҙна ярымда термометр бағанаһы +16,+22 билдәләрендә торасаҡ.
Дөйөм алғанда, республика буйынса күҙаллау бик үк позитив түгел. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 28 августа, төбәктә яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә кесе йоманан, 29 августан, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +15, көндөҙ +17, +25 градус.
Фото: //news.mail.ru/