+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август , 12:30

Шәп булыр ине лә ул!

Дәүләт Думаһында минималь хеҙмәт хаҡын (МРОТ) 30 меңгә ҡәҙәр күтәрергә уйлайҙар. Был турала ЛДПР депутаты, хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты хәбәр иткән.

Шәп булыр ине лә ул!
Шәп булыр ине лә ул!

“Көҙгө сессияла Дәүләт Думаһы 2025-се һәм 2026, 2027 йылдар бюджетын ҡараясаҡ. Хөкүмәт, әлбиттә, МРОТ-тың үҙ вариантын тәҡдим итмәксе, ә ул беҙҙе әлбиттә ҡәнәғәтлендәрмәйәсәк. ЛДПР партияһы МРОТ-ты 2025 йылдың 1 ғинуарынан 30 мең һумға тиклем күтәреүҙе тәҡдим итә”, – тип белдергән комитет рәйесе Ярослав Нилов.

Депутат әйтеүенсә, был закон проекты эшләнеп ҡуйылған һәм Дәүләт Думаһына 27 августа кертелде.

Ил Башлығы ла хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләмен арттырырға тәҡдим иткәйне. Июнь айында Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы (ПМЭФ) ултырышында ул 2030 йылға маҡсат ҡуйып, минималь хеҙмәт хаҡы күләмен айына 35 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш, тигәйне.

Фото: myprofcom.ru

Автор:
Читайте нас: