+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2024, 07:50

Аҡсаның еҫе сығамы?

Рим императоры Веспасиан бәҙ­рәф­тәргә һалым индереүе менән тарих­та ҡалған. Күршеләр менән һу­ғы­шырға, дәүләттең башҡа сығым­дарына аҡса еткерә алмай икән. Бер яраны был хәлгә ризаһыҙлыҡ бел­дергәс, ул ҙур ғына суммала аҡсаны алып тегенең танауына терәгән дә, еҫе сығамы, тип ҡыҙыҡһынған, имеш.

Аҡсаның еҫе сығамы?Аҡсаның еҫе сығамы?
Аҡсаның еҫе сығамы?

Межгорье ҡалаһы хакимиәте баш­лығы В. Калугин ғаилә ағзаларының арта барған сығымдарын нисек ҡап­ларға тип оҙаҡ баш ватҡан. Кешесә йә­шәгеһе килә лә, тик намыҫы ҡуш­май. Уйлай торғас, әлеге рим императоры иҫенә килеп төшкән. Бәй, ысын­лап та, аҡсаның еҫе сыҡмай бит, ниндәй юл менән табылһа ла ярай инде. Көн-төн эш, тип янамы? Яна! Премия тейешме уға? Әлбиттә! Сос мэр 2021 йылда үҙенә 140 мең премия яҙа!
Тик ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә икән. Ҡала башлығының мут­лы­ғын фаш итәләр, эшенән бушаталар, суд уны йыл ярымға хөкөм итә, тип хәбәр итә РФ Тәфтиш комите­тының республика буйынса идара­лығы.
Рим императоры яңылышҡан, аҡса­ның еҫе сыға икән, тип уфтана имеш хәҙер элекке ҙур түрә.

ҺЫЙЫРЫҒЫҘ ҺӨТЛӨМӨ?

Дәүләт муйынын һығып аҡса һуғыу­сылар Тәтешле районында ла бар. Бын­дағы бер ауыл хакимиәте башлы­ғы башта ошо темаға бик ҡаты уйланып йөрөгән, тиҙәр. Биләмәләге ха­лыҡ­тан нимә алаһың, күбеһенең ауыҙы асылһа – үпкәһе күренә, тигән­дәй. Күбеһе бер һыйырға ҡарап ултыра, уның һөтөн үҙе эсһенме, һиңә бирһенме! Әлеге шул дәүләт ҡаҙна­һын һауырға тура килә. Ауыл хакимиә­тендә машина бармы – бар! Уның ватылыуы мөм­кинме? Әлбиттә!
Башлыҡ 2012 йылдан 2021йылға тик­лем машинаны техник хеҙмәтлән­дереүгә бер миллион һум аҡса тото­нол­до, тип тейешле документтар тул­тыра, бөтә ошо эштәрҙе үҙенең улы атҡарҙы тип күрһәтә. Дәүләт кеҫәһе йәнә нисә миллион һумға бүҫкәрер ине – билдәһеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдары был эшкә сик ҡуя.
Элекке башлыҡ хәҙер үҙенең ҡырын эшенә бик үкенә, тиҙәр. Дәүләт кеҫә­һе­нә кергәнсе, һыйыр һатып алып һө­төн һауырға кәрәк булған, тигән һығымтаға килгән. Аҡылһыҙға аҡыл эш үткәс инә шул.

Кәкре БӨКРИЕВ.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас