0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь , 13:00

Бала ҡулын ит үткәргескә тыҡҡан

Баймаҡта йәш ярымлыҡ ҡыҙсыҡ аш-һыу бүлмәһендә әсәһе янында йөрөгән саҡта яңылыш ҡулын электр ит үткәргескә тыҡҡан. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, ашығыс ярҙам машинаһы кескәй пациентты тиҙ арала дауаханаға алып киткән, табиптар балаға операция яһаған.

Бала ҡулын ит үткәргескә тыҡҡан
Бала ҡулын ит үткәргескә тыҡҡан

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар һәм ҡотҡарыусылар командаһының тырышлығына ҡарамаҫтан, сабыйҙың бөтә бармаҡтарын да ҡотҡарып булмаған, — тип яҙа министр. — Был хәл ата-әсәләр өсөн етди иҫкәртеү булып тора. Кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡһыныусанлығы, тирә-яҡ мөхитте танып белеү теләге һаҡланыу сараларын теүәл үтәмәгәндә аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал».

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-09-24/bayma-ta-bala-ulyn-it-tk-rgesk-ty-an-3942913

Автор:
Читайте нас: