+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь , 14:30

Мәскәү яҙыусылары һәм шағирҙары килә

27 сентябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Еңеү беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙа" тигән ижади осрашыу үтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе бүләкләү тантанаһы ла була.

Мәскәү яҙыусылары һәм шағирҙары килә
Мәскәү яҙыусылары һәм шағирҙары килә

Был көндө көндөҙгө сәғәт 3-тә республиканың төп китапханаһы Мәскәү әҙиптәрен ҡабул итә. Нәфис әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге етәксеһе Никита Митрохин, Рунет яҙыусылары берлеге идараһы рәйесе Сергей Александров, идара ағзалары Диана Свердловская, Алексей Преснаков, Наталья Слизовская, шулай уҡ театр һәм кино актеры Флорид Латипов килә.

Осрашыуҙың тәүге сәғәтендә Башҡортостан ирекмәндәрен Рунет яҙыусылары берлегенең Почетлы билдәләре менән бүләкләү тантанаһы үтә. Кисәнең икенсе өлөшөндә Мәскәү әҙиптәре үҙҙәренең ижады менән таныштырасаҡ.
Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәргә тәғәйенләнгән награда 8 яҡташыбыҙға тапшырыла. "Ангел-Хранитель" почетлы билдәһе —Ватанға тоғро хеҙмәт итеү һәм йәмғиәт тарафынан ирекмәндәр эшмәкәрлеген таныу билдәһе. Яңы награда Рунет яҙыусылары союзы идараһы тарафынан махсус хәрби операция биләмәһендә гражданлыҡ-илһөйәрлек башланғыстарына ярҙам күрһәтеү эшмәкәрлеге сиктәрендә булдырылған.
Рунет яҙыусылары Союзы — тарихта интернетта ижад итеүсе яҙыусыларҙы берләштергән тәүге ойошма. Ул былтыр августа ойошторолған. Идараның тәү маҡсаттарының береһе — Рәсәй интернет мөхитендә ижад иткән яҙыусылар каталогын төҙөп, уларҙы популярлаштырыу. Шулай уҡ ойошмаға илһөйәр яҙыусылар, шағирҙар, публицистар һәм журналистарҙы йәлеп итеү бурысы ла ҡуйылған.

Өфөләге осрашыуҙа Рунет яҙыусылары үҙәренең ижады менән таныштырасаҡ. Кисәлә Мәскәү авторҙары китаптарынан күргәҙмә ойошторола. Сара Башҡортостан сәнғәт оҫталары сығыштары менән үрелеп барасаҡ.

Сараның модераторы — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова.

Әҙәби осрашыу көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4 адресы буйынса үтә. Инеү бушлай.

 

Эльвира Әсәҙуллина.
Автор:
Читайте нас: