+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь , 09:30

Йәнең йәннәттә булһын, хеҙмәттәш!

28 сентябрҙә, бөтә ғүмерен журналистикаға бағышлаған, 45 йәшлек кенә хеҙмәттәшебеҙ, ”Башҡортостан” ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уның ике ҡыҙы ҡалды. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Йәнең йәннәттә булһын, хеҙмәттәш!
Йәнең йәннәттә булһын, хеҙмәттәш!

Уйылдан Ғәлин Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, студент йылдарында “Юлдаш” радиоһын тулыландырыу, тапшырыуҙар ойоштороу һәм етештереү, яңылыҡтар сығарыу менән шөғөлләнә.
 
2003 йылда Уйылдан Нурғәли улы «Башҡортостан» ДТРК-һының Бөтә Рәсәй ТРК-һы филиалының телевидение студияһына эшкә күсә. Хәбәрсенән алып мәғлүмәт программалары хеҙмәте мөхәрриренә тиклем юл үтә. 2004-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулында була. Ул төрлө темаларға – сәйәсәт, социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, ауыл хужалығы, спорт һәм мәҙәниәт темаларына йөҙләгән яңылыҡтар видео сюжеттарын төшөрә һәм эфирға сығара. 
 
2011 йылда Уйылдан Нурғәли улы телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул билдәле телепроекттарҙы ойоштороусы, авторҙашы һәм алып барыусыһы була һәм айырыуса мөһим саралар үткәрелгән урындарҙан тура трансляциялар алып бара. 
 
2014 йылда Уйылдан Нурғәли улы «Башҡортостан» ДТРК-һының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул иртәнге тура эфирҙың башҡорт телендәге линейкаһын тулыһынса үҙгәртте. 
 
2015 йылда Уйылдан Нурғәли улы етәкселегендә «Рәсәй 1−Башҡортостан» телеканалында яңы күләмле проект тормошҡа ашырыла башланы − 12 майҙа башҡорт телендә «Хәбәрҙәр» төбәк яңылыҡтарының тәүге сығарылышы эфирға сыҡты. Уның инициативалылығы, ныҡышмалылығы, «Хәбәрҙәр» редакцияһы менән грамоталы идара итеүе арҡаһында төбәк яңылыҡтар сығарылыштары Башҡортостан Республикаһында юғары рейтингта торҙо. Ул тиҙ һәм сифатлы рәүештә редакцияны цифрлы комплекста эшләргә әҙерләүҙе ойоштора һәм үткәрә. 
 
2018 йылда Уйылдан Нурғәли улы «Башҡортостан» ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 
 
Галин Вилдан Нурғәли улының хеҙмәт исемлегендә бик күп наградалар, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары бар. Ул башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй федерацияһы журналистар Союзы ағзаһы булды. 
 
2023 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре»тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 
 
2023 йылда Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының рәхмәт хаты. 
 
Уйылдан ғәлин компанияның технологик сылбырында һәр звеноның эш нескәлектәрен белде, телевидениела һәм радиола яңы проекттар эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа шәхсән ҡатнашты. Тәжрибәле етәксе булды һәм хеҙмәткәрҙәргә ышанысты производство контроленең кәрәкле өлөшө менән оҫта берләштерҙе. Үҙенең өлгөһө менән ул коллегаларын рухландыра һәм бер нисә тапҡыр теге йәки был материалды нисек яҡшыртырға, етештереү процесын көйләргә кәрәклеген нескә итеп әйтте. Һәр ваҡыт йәш журналистарға һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләргә ярҙам итте. 

Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн иртәнге сәғәт 10-да Өфө Телеүҙәге бинаһы алдында була.
 

Автор:
Читайте нас: