+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь , 09:55

«Өфөнөң почётлы педагогы» исеме бирелде

Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамына арналған сара Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте. 16 уҡытыусыға беренсе тапҡыр «Өфөнөң почётлы педагогы» исеме бирелде.

«Өфөнөң почётлы педагогы» исеме бирелде
«Өфөнөң почётлы педагогы» исеме бирелде

Байрам тантанаһын Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев асты.

«Иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе — балаларыбыҙ һеҙҙең ҡулда. Уҡыусыларыбыҙҙың киләсәге тап һеҙҙән тора. Һеҙ балаларҙы ғына түгел, ҡалабыҙҙың киләсәген тәрбиәләйһегеҙ. Һәр балаға үҫешергә теләһен, үҙенең ҡалаһын, республикаһын яратһын өсөн иң кәрәкле һүҙҙе һайлап алыу ни тиклем мөһим. Уҡытыусы-тәрбиәсе һүҙе кеше тормошон мәңгелеккә үҙгәртә, — тине баш ҡала мэры. — Яҡынлашып килгән байрам менән, һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләйем, тормошоғоҙ сағыу төҫтәрҙән торһон!».

Һуңынан баш ҡала мэры уҡытыусыларҙы «Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл» юбилей миҙалдары, шулай уҡ «Өфө ҡалаһының почетлы педагогы» исемдәре менән бүләкләне. Исем быйыл намыҫлы хеҙмәт һәм баш ҡаланың мәғариф системаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн педагогик эшмәкәрлекте дәртләндереү маҡсатында булдырылды. Тәүге тапҡыр уға 16 педагог лайыҡ булды.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина уҡытыусыларға ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

«Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ теләйем, бер ҡасан да яҡшылыҡҡа өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, эшегеҙҙә түҙемлек. Уҡытыусы һәр саҡ матур, шулай булып ҡалығыҙ», — тине ул.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас: