0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь , 11:00

Йәнегеҙ йәннәттә булһын, Фән ағай!

Мәшһүр тальянсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ йырсыһы Фән Ғәфис улы Вәлиәхмәтов вафат... Мәрүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Йәнегеҙ йәннәттә булһын, Фән ағай!
Йәнегеҙ йәннәттә булһын, Фән ағай!

Фән Ғәфис улы 1951 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Шаран районының Хафиз ауылында тыуған. 1979 йылда Өфө сəнғəт училищеһын тамамлаған (Д. Ə. Мусин класы).

Репертуарында Б. М. Ғайсин, М. М. Ғилəжев, Ф. Х. Ғəлимов, Н. Ə. Дауытов, Р. Х. Сəхəүетдинова, Р. М. Хəсəнов һәм башҡаларҙың йырҙары; башҡорт («Ғайса ахун», «Порт Артур», «Ялсығол»), татар («Герман көйө», «Зөлəйха», «Шахта») халыҡ йырҙары һәм башҡалар. Татар һәм башҡорт халыҡтарының популяр йырҙары менән бер рәттән, онотолоп бөткән иҫке йырҙарын да табып, уларға йән өрөп, киләсәккә илтеүсе ул Фән Вәлиәхмәтов.

 2021 йылдың 19 мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Фото: rg.ru

Автор:
Читайте нас: