0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь , 15:15

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде

Башҡортостанда 2024 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды. 

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде

Бына улар лауреаттар:

- «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, махсус хәрби операция геройҙары тураһында мәҡәләләр циклы өсөн;

- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади тематикаға материалдар өсөн;

- «Башҡортостан» телекомпанияһы журналистары коллективы Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев, Айҙар Шәрипов, «Башҡортостан каникулдары» проекты өсөн.

Автор:
Читайте нас: