0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь , 11:15

Балаһын унитазда ҡалдырған...

Төркиәнең Анталья ҡалаһына ял итергә барған Рәсәй ҡыҙы ҡаланың аэропортында балаһын таба ла сабыйын ҡалдырып, ҡасмаҡсы була.

Балаһын унитазда ҡалдырған...
Балаһын унитазда ҡалдырған...

Бәпесте йыйыштырыусы күреп ҡала. Йәш әсә ул арала рейсҡа ултырыу өсөн паспорт контролен үтеп маташҡан була, әммә аэропорт һаҡсылары уны тотҡарлай.

Екатерина полицияға йөклө булыуын белмәүе хаҡында әйткән.

Яңы тыуған сабыйҙы дауаханаға оҙатҡандар. Баланың әсәһенә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Әлеге мәлдә икеһе лә һаҡ аҫтында. Йәш ҡатындың баланы йыйыштырыусы тапҡансы 12 минут алдан ташлап киткәнлеге асыҡланған. Сабыйын ул мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ҡулайлаштырылған бәҙрәфтә тыуҙырған.

Ҡыҙ менән бергә ял итергә барған әсәһе тулы кәүҙәле ҡыҙының ауырлы икәнен дә белмәгән, имеш...

Фото: скриншот

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: