Спектаклдә сәнғәткә ғашиҡ Хәсән исемле егеттең ҡатмарлы, бер аҙ үкенесле яҙмышы тураһында һүҙ бара. Еңел генә, бер тында ҡаралды. Баштан уҡ үҙ эсенә алып инә лә аҙаҡҡа тиклем тота. Геройҙарҙың телмәрендә үк Венер Айҙар улының "ҡулы" күренеп тора. Актерҙар ниндәй бит әле! Алмаз Йосопов менән Илүзә Итикеева - йөрәгемде урланы. Ә инде Азамат Ғафаровтың тауышынан тәндәр зымбырлай. Төп герой Хәсән әйтмешләй: "Мурашки! Мурашки!"
Ҡыҫҡаһы,"Йырланмаған йырым һин" спектаклен барып күрегеҙ, хисле, йырлы, моңло матур ял минуттары гарантировано.
Заһиҙә МУСИНА.
Фото: автор