-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь , 17:00

МРОТ 25 806 һум була

Башҡортостанда яңы МРОТ 25 806 һум була (НДФЛ тотолғансы). Бындай сумма республикала билдәләнгән 15% район коэффициенты менән бергә иҫәпләнә, тип хәбәр итә дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

МРОТ 25 806 һум була
МРОТ 25 806 һум була

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында 2024 йылдың 29 октябрендәге федераль закон баҫылған. Уға ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта. Рәсәйҙә ул айына 22 440 һумғаса күтәрелде.

- Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһында яҙылғанса, хеҙмәт хаҡы МРОТ кимәленән кәм булмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. – 2024 йылда республикала был сумма – 22 128 һум (НДФЛ менән бергә), сөнки район коэффициенты минималь эш хаҡы күләменә өҫтәп иҫәпләнә.

Автор:
Читайте нас: