Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҙур ҡаҙаныштарын юғары кимәлдә баһаланды: уны Кремлдә IV дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнеләр. Илдең алдынғы төбәге етәксеһен бүләкләү тураһында Указға ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе ҡул ҡуйған.
Республика Башлығына лайыҡлы бүләкте Кремлдә Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырған. Эксперттар билдәләүенсә, федераль үҙәк Радий Хәбировтың ил мәнфәғәттәрен яҡлауға индергән мөһим өлөшөн билдәләп үтте.
Фото: башинформ