— Монтаж эштәре геройҙың тыуған төйәгенән алыҫ түгел урында — Илеш районының Бишҡурай ауылы янында бара. Һәйкәлде М7 трассаһы буйына ҡуйыу юлдан үткән кешеләргә геройҙы иҫкә алырға һәм уның батырлыҡтары менән илһамланырға мөмкинлек бирәсәк, — ти Мостафин.
Белешмә:
Муса Гәрәев — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. Фронтта легендар Ил-2 штурмовигы менән алыша. Ул Сталинградтан алып Пиллауға тиклем юл үтә, 250 осош яһай. 1943 йылда Донбассты азат иткәндә Муса Гәрәев дошмандың тиҫтәләгән самолетын юҡ итә. Был яугирҙың батырлыҡтыраның бер бәләкәй өлөшө генә.
Фото: башинформ