-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь , 12:00

Йылы һауа торошо көтөлә

Бөгөн Башҡортостан биләмәһе аша атмосфера фронты үтә. Күреүебеҙсә, ул һауа торошон епшек ҡар һәм ямғыр менән тәьмин итә. «Аҙнаның икенсе яртыһында Башҡортостанда антициклондың көнбайыш периферияһы идара итәсәк. Көньяҡ киңлектәрҙән йылы һауа массаһы килә», - тип билдәләне синоптиктар.

Йылы һауа торошо көтөлә
Йылы һауа торошо көтөлә

 Был көндәрҙә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда көньяҡ-көнсығышта -10-ға тиклем, көндөҙ +3, -2 градус.

Республика буйынса урыны менән бер аҙ яуым-төшөм һәм боҙлауыҡ күҙәтеләсәк.

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: