“Рәсәй – Украина конфликтын хәл итеүҙең сәйәси өлөшө ғинуарҙа башланасаҡ”, тип һөйләгән ул “Politeka” каналында.
Стариков, АҠШ хакимиәте, Киевҡа сәйәси һәм финанс яҡтан баҫым яһап, бәхәсте туҡтатырға мәжбүр итәсәк, шул иҫәптән илгә ярҙамды сикләйәсәк, тип һанай. Унан башҡа Украина һуғыш хәрәкәттәрен дауам итә алмаясаҡ, ти офицер. Ул Трамптың бер нисә тапҡыр конфликтҡа нөктә ҡуйырға ниәтләүен иҫкә төшөрә.
Элегерәк Рәсәйҙең Тышҡы эштәр министры Сергей Лавров, Рәсәйҙе Трамптың ике ил араһындағы низағты яйға һалыу буйынса тәҡдимдәре ҡәнәғәтләндермәй, тип белдерә. Сөнки унда конфликтты туҡтатыу түгел, ә уның өсөн яуаплылыҡты европалыларға тапшырыу хаҡында һүҙ барған.
Фото: https://asiaplustj.info/ru