-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар , 10:45

Хәрби сборҙар башлана

Ил башлығы Рәсәй Федерацияһы запастағы граждандарҙы 2025 йылда хәрби сборға саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәрби сборҙар башлана
Хәрби сборҙар башлана

Хәрби күнекмәләр РФ Ҡораллы көстәрендә, РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә, РФ Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығының ҡотҡарыу хәрби формированиеларында, дәүләт һаҡлау органдарында һәм Федераль именлек хеҙмәте органдарында үтәсәк.

РФ хөкүмәтенә һәм РФ субъекттарының башҡарма власть органдарына хәрби сбор үтеү һәм үткәреү өсөн илдең запастағы граждандарын саҡырыу менән бәйле сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә ҡушылды.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: