-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар , 18:00

Тегеләй ҙә ярамай, былай ҙа...

Рәсәйҙә юлда йөрөгән "ташбаҡалар" өсөн штраф күләмен арттырырға уйлайҙар.

Тегеләй ҙә ярамай, былай ҙа...
Тегеләй ҙә ярамай, былай ҙа...

Әкрен йөрөү өсөн штрафтарҙы өс мең һумға тиклем арттырыу ҡарала. Бындай башланғыс менән Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, ЛДПР фракцияһы вәкиле Иван Сухарев сығыш яһаны.

Һүҙ сәғәтенә 30 саҡрым тиҙлектә йөрөгән һәм машиналарға «Әкрен йөрөүсе транспорт сараһы» махсус наклейкаһын беркетмәгән водителдәр тураһында бара.

«Бындай билдәһеҙ яй йөрөүсе транспорт саралары даими рәүештә ҙур аварияларға сәбәпсе була. Шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар йыш ҡына ғәҙел булмаған штрафтар ала, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ташбаҡа кеүек барған транспортты уҙып китә. Был проблема махсус билдә  ҡуйылғанда хәл ителер ине. Әммә яй йөрөүсе водителдәр уны ҡуйырға ашыҡмай, сөнки наклейка булмаған өсөн штраф 500 һум ғына. Бындай вайымһыҙ водителдәр үҙҙәренең яуапһыҙлығы өсөн юғарыраҡ күләмдә штраф түләрггә тейеш», — тип аңлатма бирҙе Сухарев.

Фото: ufa.rbc.ru

Г. Солтанова.

Автор:
Читайте нас: