Трамп Рәсәй президенты менән “уға уңайлы” ваҡытта осрашырға әҙерлеген белдергән. Трамп иһә, йәнә бер мөһим белдереү яһаған: әгәр Путин тыныслыҡ килешеүе төҙөүҙән баш тартһа, ул санкциялар менән янаны, “Рәсәйҙең ҙур проблемалары буласаҡ” тигән. Шул уҡ ваҡытта Трамп Путин менән бынамын тигән итеп аңлашасағын, шуға ла, Рәсәй президенты ҡаршылыҡ күрһәтер, тигән сәбәптәр күрмәүен әйтте. АҠШ президенты фекеренсә, конфликттың туҡтауы Рәсәй өсөн бик яҡшы буласаҡ.
Сәйәсәт белгесе Константин Суховерхов фекеренсә, Трамп уйнап һөйләшмәй, ул ысынлап та низағты тамамларға тырышасаҡ. Әммә ул “тырышасаҡ” тигән һүҙгә баҫым яһаған – буласаҡмы-юҡмы
икәне Рәсәйгә бәйле, тигән ул.
Фото: dzen.ru