Быйылғы сара, ошондай ҡатмарлы заманда илебеҙ һағында торған батыр рухлы, ҡаһарман йөрәкле яугирҙәребеҙгә рәхмәт йөҙөнән, Ватанды һаҡлаусыларға арнала. Китап – ул күңел дауаһы, илһам сығанағы, яңы офоҡтарҙы асыусы бит!
Акция барышында йыйылған китаптар “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалына тапшырыла, артабан инде улар Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тапшырыла.
Акцияла ҡатнашырға теләгәндәр 14–23 февралдә “Китап”тың ҡабул итеү пункттарына баҫмалар килтереп тапшыра ала. Китаптарҙың 2022 йылдан да алдараҡ сыҡмаған, яҡшы һаҡланған булыуы мөһим.
Адрестар: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 – “Китап” магазины; Туҡай урамы, 46 – киоск; Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Китап” нәшриәте.
Фото: vk.com/kitapufa