+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март , 10:05

5 градусҡаса йылыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 5 градусҡаса йылыта. Бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.

5 градусҡаса йылыта
5 градусҡаса йылыта

Шаршамбы, 12 мартта, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ 0, +5 градус.

13 мартта, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуа. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус, көндөҙ 0, +5.

Юғары температура режимы һәм ямғыр яуыуы ҡарҙың әүҙемерәк иреүенә булышлыҡ итәсәк. Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе - һыуҙың боҙ өҫтөнә сығыуы ихтимал.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: