+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Марта 2025, 05:50

Биш бала һәм бер ир янғында һәләк булған

Үткән төндә Дәүләкән районының  Вперед ауылында ике ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирҙа янғын сығып, алты кешенең  ғүмере өҙөлгән.

Биш бала һәм бер ир янғында һәләк булғанБиш бала һәм бер ир янғында һәләк булған
Биш бала һәм бер ир янғында һәләк булған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрылығы мәғлүмәттәре буйынса, унда алдан түшәм янып киткән. Янғын һүндереүселәр килгәндә,  ут күршеләр тарафынан һүндерелгән була. Зыян күргән майҙан 2,5 квадрат метр тәшкил итә.

Ҡыҙғанысҡа күрә, фатирҙа биш бала — 7 йәшлек ҡыҙ, ике 5 йәшлек игеҙәк ҡыҙ һәм ике 3 йәшлек игеҙәк малай, шулай уҡ 33 йәшлек ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе  табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әсәһе эштә булған, ә балалар менән уның бергә йәшәгән кешеһе булған.

Урынға ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Эдуард Иҙрисов менән баш идаралыҡтың эшсе төркөмө сыҡты. Шулай уҡ янғын лабораторияһы эксперты һәм фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау өсөн  министрлыҡтың тәфтишселәре һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас