Йыртҡысты атып алыуға рөхсәт бирелгән. Баймаҡта 10 һунарсынан торған төркөм эшләй, тип хәбәр иттеләр республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Икенсе ҡот осҡос осраҡ Бөрйән районында теркәлде. 22 мартта айыу тырнағына эләккән 57 йәшлек ирҙе район дауаханаһына килтерәләр. Табиптар уға шулай уҡ операция яһай, пациенттың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Асыҡланыуынса, Яңы Усман ауылы уҙаманы йыртҡысҡа урманда ҡайын һуты йыйып йөрөгәндә тап булған.
— Айыуҙан ҡасырға маташҡан. 3 литрлыҡ банкаһы ярылғас, тайыштабан тауыштан ҡурҡҡан, — тип һөйләне Байғаҙы ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.
Һунарсылар айыуҙы эҙләй. Йыртҡысҡа һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғулиев йыртҡыстарҙың ваҡытынан алда уяныуы, уларҙың агрессив булыуы хаҡында һөйләне.
«Яландарҙа, урмандарҙа ҡар ҡалманы. Кешеләр иркенләп урманға йөрөй башланы. Ҡайһы берҙәр мышы мөгөҙө эҙләй, кемдер ҡайын һуты йыя. Ике осраҡта ла ирҙәр урманға яңғыҙ барған һәм үҙҙәре лә белмәйенсә айыуҙар янына барып сыҡҡан. Йыртҡыстар уларҙың яҡынлашыуын ишетмәй һәм һөжүм итә. Хәҙер иң мөһиме – зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуы», – тип белдерҙе Камил Берғулиев.
БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин айыу һөжүменән зыян күргән ирҙәрҙең хәле тураһында әйтте. Зыян күреүселәрҙең икеһе лә реанимацияла. Тәүге пациент – 62 йәшлек ир ауыр хәлдә. Бөрйән районында йәшәүсенең хәле уртаса.
Фото: npbashkiria.ru
https://bash.bashinform.ru/news/law/2025-03-24/ayyu-y-banka-men-n-ur-ytma-sy-bul-an-4170294