+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Апрель 2025, 04:00

Ҡар яуыуы ихтимал

Аҙна һуңында Башҡортостанда ҡар яуыуы ихтимал. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы төндәрҙә һауа  температураһы 0°, ә йомаға -2° булыуы көтөлә.

Ҡар яуыуы ихтималҠар яуыуы ихтимал
Ҡар яуыуы ихтимал

Бөгөн, 10 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +7, +12°, көньяҡ-көнсығышта +17° тиклем.

Йома, 11 апрелдә, төндә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, көнбайышта яуым-төшөмһөҙ булыуы, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +5, +10°.

Автор:
Читайте нас