

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1-4 майҙа һәм 8-11 майҙа ял итәбеҙ. Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май – ял көндәре.
2025 йылда 1 май кесаҙнаға тура килә, шуға шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.