

"Дәүләт Думаһы депутаты, етәксе, яҡты йөҙө, һәр ваҡыт шат күңелле иптәшебеҙ, Өфөнөң элекке мэры, ҡала халҡының яратҡан кешеһе Павел Рюрикович Качкаевты белгән һәр кем өсөн көтөлмәгән һәм бик күңелһеҙ хәбәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Павел Рюриковичтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Тугандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ", - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Өфө хакимиәте бинаһына ингән ерҙә Павел Качкаев хөрмәтенә иҫтәлекле мемориал ойошторолған. Унда теләгән һәр кем уның иҫтәлеген хөрмәтләп, сәскәләр һала ала.
Фото: башинформ