

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ваҡытында һарайҙың ҡыйығы емерелеп, һыйырҙы ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек ҡатын һәләк булған, хайуан да иҫән ҡалмай. Ошондай уҡ хәл шул уҡ муниципалитеттағы Исламғол ауылы биләмәһендәге һарайҙа теркәлгән. Бәхеткә, был осраҡта ҡорбандар булмай.