+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Мая 2025, 11:20

Талант өсөн ярты миллион һум

Премиялар ике йылға бер тапҡыр бирелә. Башҡортостандың Йәштәр министрлығы 2023-2024 йылдарҙағы премияларға конкурс материалдарын ҡабул итә башланы.

Талант өсөн ярты миллион һумТалант өсөн ярты миллион һум
Талант өсөн ярты миллион һум

Кем ҡатнаша ала?

- Йәш яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, музыканттар, артистар, архитекторҙар һәм ижади коллективтар (5 кешегә тиклем).

- Ҡатнашыусыларҙың йәше: 16-35 йәш.

Бүләктәре 500 000 һумдан өс премия:

- нәфис әҙәбиәт,

- һынлы сәнғәт, - театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография,

- кинематографияла,

- архитектура өлкәһендә.

Нисек ғариза бирергә?

Документтар 2025 йылдың 1 июленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Аксаков урамы, 2-се кабинет, 411 (БР Йәштәр министрлығы).

Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт һәм положение һылтанма буйынса. https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/

Билдәләп үтергә кәрәк, премия 1995 йылда башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығы хөрмәтенә булдырылған һәм республиканың йәш таланттарына ярҙам итә.

 

Фото: Өфө Ҡала советы.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-23/polmilliona-na-talant-v-bashkirii-ischut-luchshih-molodyh-deyateley-kultury-4248224

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас