+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Мая 2025, 11:00

Өфөлә руль артына телефон тотып барыусыларға килә штраф башлаған

Урамда машиналарға күҙ һалһаң, һәр өсөнсө водитель телефондан һөйләшеп бара. Транспортта хәрәкәт иткән ваҡытта телефон ҡулланыу өсөн 1500 һум административ штраф һалыу ҡаралган.

Өфөлә руль артына телефон тотып барыусыларға килә штраф башлағанӨфөлә руль артына телефон тотып барыусыларға килә штраф башлаған
Өфөлә руль артына телефон тотып барыусыларға килә штраф башлаған

Шулай ҙа, күп кенә шоферҙар, яуаплылыҡҡа тартылыуҙан ҡурыҡмайса, транспорт менән идара иткән ваҡытта телефондан һөйләшеүҙе һәм төрлө мессенджерҙар ҡулланыуҙы дауам итә. Шул арҡала машина йөрөтөүсенең иғтибары кәмей һәм юлдарҙа авария тыуҙырыусы хәлдәрҙең килеп сығыуына сәбәп була.

Хәҙер иһә бер өфөлөнөң руль артында килеш ҡулына телефон алған өсөн (ҡолағына ҡуйып һөйләшмәгән) штраф килгән. Ул "Аркада" сауҙа үҙәге янындағы камераға "эләккән". Әлегә тиклем ҡулдағы телефон өсөн ундай  "матур" хаттар килмәй ине, шуға күрә, хөрмәтле водителдәр, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Телефон тотып руль артында йөрөү үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә хәүефле булыуын онотмағыҙ!

Сығанаҡ: ufa_rb

Автор:
Читайте нас