+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
4 Июнь 2025, 05:50

Эҫе көндәр кире ҡайта

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, яуым-төшөм 6 июндә туҡтаясаҡ. Ҡорбан байрамында көндөҙ  +23 градус булыуы фаразланһа, алдағы көндәрҙә термометр бағанаһы +27 градусҡаса күтәрелә.

Эҫе көндәр кире ҡайтаЭҫе көндәр кире ҡайта
Эҫе көндәр кире ҡайта

10 июндә температура +30 градусты уҙасаҡ. 8 июндән 10-на тиклем ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төндә һауа +20 градусҡаса йылына. 11 июндә көндөҙ +31 градус булып, йәшенләп ямғыр яуыуы көтөлә.

12 июндән 15- нә тиклем, температураның бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә: көндөҙ – +26, +27 градусҡа тиклем, ә төндә –  +17 градусҡаса. 20 июндә көндөҙ +21 градус,  төндә +13 градусҡа тиклем температура түбәнәйәсәк. Ай аҙағына көндөҙ +25, төндә +17 градус булыуы фаразлана.

Фото: bashinform.ru

 

Автор:
Читайте нас