+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Июнь 2025, 05:50

Татарстанға БПЛА-лар һөжүм иткән

Ут күршебеҙ Татарстанға пилотыҙ аппараттар һөжүм иткән. Түбәнге Кама мэры Радмир Беляев үҙенең социаль селтәрендә дошман дронын юҡ итеү тураһында яҙған. “Бөгөн иртә менән Түбән Кама өҫтөндә ПВО системаһы БПЛАны юҡ итә. Барлыҡ хәүефһеҙлек хеҙмәттәр ҙә оператив эшләне. Бәлә-ҡаза күреүселәр һәм емерелеү осраҡтары юҡ. Предприятиеларҙа технология процесстары сафтан сыҡманы", – тип яҙған ул.

Татарстанға БПЛА-лар һөжүм иткәнТатарстанға БПЛА-лар һөжүм иткән
Татарстанға БПЛА-лар һөжүм иткән

 Шул уҡ ваҡытта Росавиация Ижевск, Түбән Кама һәм Ҡазан аэропорттарында самолеттар осоуға сикләүҙәр тураһында хәбәр итә. Бынан тыш, Киров һәм Санкт-Петербург һауа киңлектәре ябылған. “Сикләүҙәр Граждандар һауа суднолары осоштарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерелде", – тип асыҡлыҡ индерәләр ведомствола. Телеграм-каналдар хәбәр итеүҙәренсә, ҡалаларға "Лютый” һәм "Бобер" аппараттары һөжүм иткән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас