+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
26 Июнь 2025, 05:30

Бар бит шундай егеттәр!

Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханында 300 балл алған.

Бар бит шундай егеттәр!Бар бит шундай егеттәр!
Бар бит шундай егеттәр!

Өфөнөң 153-сө лицейынан 11-се класс уҡыусыһы Алексей Лобов физика, информатика һәм профилле математиканан максималь балл йыйған. Ә рус теленән имтиханды  94 балға яҙған. Егетте БДИ-ға лицей уҡытыусылары Дмитрий Аникеев, Сергей Астафьев, Эдуард Носратуллин һәм Эльмира Харрасова әҙерләгән.

«Алексейҙы, уның ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайым! — тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Был белем биреү учреждениеһында уҡытыусылар бик көслө. Әммә Алексей үҙе лә бик аҡыллы, һәләтле, тырыш егет. Хыялдары бойомға ашһын!» 

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас