+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
3 Июль 2025, 15:50

Мөхәрриребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн - Яҙыусылар союзының сираттағы ултырышы үтте. Унда яңы уставты раҫланылар, ойошманың рәйесе итеп Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов ҡабаттан  һайланды. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәр Яҙыусылар союзына яңы ағза итеп алынды. Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәт итеүселәрҙе баһаланып үттеләр. Улар араһында беҙҙең баш мөхәрриребеҙ Илгиз Вәкил улы Ишбулатовтың да булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Тармаҡтағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары профессиональ оҫталығы өсөн Башҡортостан республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән мөхәрриребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.  Яуаплы эшегеҙҙә ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Киләсәктә бергә-бергә матур итеп эшләргә насип итһен!

Мөхәрриребеҙҙе ҡотлайбыҙ!Мөхәрриребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас