+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
11 Август 2025, 04:10

*ҺӨТ ИЛЕ" 14-се тапҡыр үткәрелә

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә. Быйыл, 30 августа «Ҡашҡаҙан» паркында була.

*ҺӨТ ИЛЕ" 14-се тапҡыр үткәрелә*ҺӨТ ИЛЕ" 14-се тапҡыр үткәрелә
*ҺӨТ ИЛЕ" 14-се тапҡыр үткәрелә

«Былтыр сарала 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был юлы ойоштороусылар тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ программа әҙерләй», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында.

Ҡунаҡтарҙы һөт йәрминкәһе, фермер баҙары, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар һәм концерт көтә.

Йолаға әүерелгән бал йәрминкәһе һәм сәй фестивале ойошторола.

Быйыл башҡорт халҡының милли эсемлегенә, уның тарихына һәм шифалы үҙенсәлектәренә бағышланған «ҠымыҙФест» майҙансығы эшләй.

Фестивалдә һәр кемдең бер стакан һөт менән һыйланыу мөмкинлеге бар. 

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:
Читайте нас