+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Август 2025, 04:40

Йәйҙең һуңғы өс көнө ниндәй буласаҡ?

Бөгөн, 29 августа, көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса тиҙлектә. Көндөҙ һауа температураһы +16,+21° градус йылы.

Йәйҙең һуңғы өс көнө ниндәй буласаҡ?Йәйҙең һуңғы өс көнө ниндәй буласаҡ?
Йәйҙең һуңғы өс көнө ниндәй буласаҡ?

Шәмбе көндө, 30 августа, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булмаҡсы. Көнбайыштан иҫкән ел талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +16,+21° градус тәшкил итә.

Йәкшәмбе, 31 августта, шулай уҡ урыны менән йәшен йәшнәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуырға мөмкин. Көнбайыштан иҫкән ел уртаса тиҙлектә. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +21,+26° градус йылы, төньяҡ-көнсығышта +16°-ға тиклем етәсәк.

Фото: stihi.ru

Автор:
Читайте нас