-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2025, 10:05

Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашалар

Бөгөн, 18 сентябрҙә Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашасаҡтар. Матәм сараһы сәғәт 10-да “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башланды.

Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашалар
Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашалар

Матәм митингыһынан һуң Илдар Суфияровты Башҡортостандың баш ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр. 

Өлкән лейтенант, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командиры Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булды.

Офицер украин боевиктарының күпкә өҫтөн булған көстәренә ҡаршы алышҡа инәХәрби хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Суфияров күҙәтеү пунктында үҙ позицияһын ҡалдырмай һәм дошман яҡынлашып килгәндә үҙен граната менән шартлата, шул уҡ ваҡытта өс дошман һалдатын да юҡ итә.

Уҙған йылдың октябрендә Илдар Суфияровҡа Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары исем биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. Республика етәксеһе Рәсәй Президентына һәм илдең оборона министры Андрей Белоусовҡа Илдар Суфияровҡа юғары исем биреү тураһындағы мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Уҙған дүшәмбелә республика Башлығы оператив кәңәшмәне Илдар Суфияров һәм барлыҡ һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә бер минут тынлыҡтан башларға тәҡдим иттеРадий Хәбиров Илдар Суфияровтың ысын герой булыуын һәм ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәүен билдәләне

bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-09-17/petr-dranga-f-g-kil-4391577
Автор:
Читайте нас