-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2025, 19:00

100 йәшлек инәй хужалыҡ эштәрен үҙе алып бара

Әлшәй районының Мәндән ауылында Фәниә Хисаметдин ҡыҙы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Хакимиәт башлығы Наил Әбелғужин үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, йөҙйәшәр инәй, ниндәй генә һынауҙар кисереүенә ҡарамаҫтан, әле лә теремек, әүҙем тормош алып бара.

100 йәшлек инәй хужалыҡ эштәрен үҙе алып бара
100 йәшлек инәй хужалыҡ эштәрен үҙе алып бара

Фәниә Хисаметдин ҡыҙының үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Йәштән үк өлкәндәр менән иңгә-иң терәшеп колхозда эшләй. Һуңынан Үзбәкстанға эшкә сығып китә, шунда тормош иптәшен осрата, улдары тыуа. Иренең вафатынан һуң тыуған яҡтарына ҡайта.

Шул ваҡыттан алып тыуған ауылында йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙы донъя көтә, хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә.

«Фәниә апай яңғыҙы йәшәһә лә, үҙен яңғыҙ итеп тоймай: ихата тултырып сәскәләр үҫтерә, түтәлен дә утай. Ейәндәре яратҡан өләсәһен иғтибарһыҙ ҡалдырмай, килеп хәлен белешеп китә»,  –  тип яҙҙы Наил Әбелғужин.

https://bash.bashinform.ru/news/

Автор:
Читайте нас