Был көндө район мәҙәниәт йорто ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшап ҡалғайны. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың һәм , әлбиттә, районыбыҙҙың “Табын” һәм “Звезда” гәзиттәренең тоғро дуҫтары – уларға яҙылып, яратып уҡыған, мәҡәләләре менән сығыш яһаған, ошо өлкәләге хәлдәрҙе күҙәтеп барған һәм милли телдә сыҡҡан баҫмалар яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылғайны. Килеүселәр сират тороп үҙҙәре яратып уҡыған баҫмаларға яҙылды, ҡунаҡтар менән ихлас аралашты.
Ә бейеү залында гәзит-журналға яҙылыусыларҙы “Самауырлы ритайым” көтә ине. Дәртле көй аҫтында табандары аҫтынан ут сығарып бейеп, күңелле уйындарҙа ҡатнашҡандан һуң барыһы ла Красноусол ауылы ағинәйҙәре әҙерләгән буҙаны тәмләп, милли ризыҡтар менән самауыр сәйе эсеп кинәнде.
Артабан инде сара тамашасылар залында дауам итте.
-Бөгөн тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ, киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова Матбуғат байрамында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. - Әүәл гәзит-журнал уҡымаған, алдырмаған кеше юҡ ине. Һәр өйҙә 5-6-шар баҫма алдыра торғайныҡ. Бөгөн, әлбиттә, юғары технологиялар заманы, тормошобоҙҙо гаджеттар, Интернет селтәрҙәре ялмап алды.
Шуға ҡарамаҫтан, республикала бер генә баҫма ла ябылманы. Улар һаман да халҡыбыҙға дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе, ил, республика яңылыҡтарын, мөһим ваҡиғаларҙы еткереүҙе дауам итә. Был, әлбиттә, бик һөйөнөслө.
Беҙҙең Ғафури районы гәзит-журналдарға яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса республикала тәүге унау иҫәбендә килә. Был бик шатлыҡлы күренеш. Тимәк, ғафуриҙар уҡырға ярата. Бөгөнгө көнгә район халҡы 3681 баҫма яҙҙырып уҡый. Уҡыған ил - уҙыр, тигән бик аҡыллы мәҡәл бар, киләсәктә лә районыбыҙ бар йәһәттән дә алдынғылар рәтендә булыр тип ышанам. Йәштәрҙе лә гәзит-журналдарға әүҙем яҙылырға саҡырам. Беренсенән, был беҙҙең милли киң мәғлүмәт сараларына ярҙам булһа, икенсенән, уның тәрбиәүи әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ - гәзит-журналдарҙы уҡып үҫкән бала бер ҡасан да насар юлда, насар уйҙа булмаясаҡ.
Бөгөн беҙҙең менән осрашыуға бик күп күренекле шәхестәр, баш мөхәррирҙәр, журналистар килгән. Ундай ваҡиға көн дә булмай, улар менән аралашып ҡалайыҡ. Ә матбуғат хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар, илһам теләйек, - тип тамамланы сығышын Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һәм район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллинаға ошо матур байрамды ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре юлланы.
Артабан сәхнәгә “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто акционерҙар ойошмаһының генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина саҡырылды.
-Бынан 5 йылдар самаһы элек республикабыҙҙың барса милли баҫмалары Ғафуриҙа милли медиа-форумға йыйылғайны. Һәм ул бик юғары кимәлдә ойошторолоп, бик һөҙөмтәле, матур үткәйне. Уҡыусыларыбыҙ менән осрашыу, аралашыу сараһы булған “Матбуғат байрамы”н да тап һеҙҙән башларға булдыҡ һәм беҙҙең байрамды ҡеүәтләп дәррәү йыйылғанығыҙ өсөн рәхмәтлемен, - тине Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы. - Был сара артабан башҡа райондарҙа ла ойоштороласаҡ.
-Бөгөн респуликабыҙҙа, район гәзиттәрен дә бергә алып, барлығы 145 гәзит-журнал нәшер ителә. Матбуғат сараларына яҙылыу буйынса инде Ғафури, Ишембай һәм Дүртөйлө райондары алдынғылар рәтендә. Рәсәй кимәлендә иһә Башҡортостан 3-сө урында тора. Был йәһәттән инде, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, беҙ беренсе сиратта һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Бөгөн күп мәғлүмәт ағымы осоронда йәшәйбеҙ, тик улар араһынан үҙебеҙ өсөн кәрәклеһен, файҙалыһын һайлап алыу еңелдән түгел. Шуға ла бөгөн матбуғат баҫмалары ғына халыҡҡа дөрөҫ һәм тулы, файҙалы мәғлүмәт еткереүсе булып тора. Ә инде бөгөнгө сарала һеҙҙең әүҙем ҡатнашыуығыҙ, гәзит-журналдарға теләп яҙылыуығыҙ өсөн, - тип сараға килеүселәрҙә тағы ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе ул. Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын ойоштороуҙа ярҙамдары һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Шаһиева һәм Аҡкүл ауыл биләмәһе хакимиәте сәркәтибе Альбина Федороваға Нәшриәт йортоноң Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Артабан һүҙ республика баҫмалары мөхәррирҙәренә һәм журналистарына бирелеп, Вәдүт Исхаҡов (“Башҡортостан” гәзите), Рәфис Саяхов (“Ҡыҙыл таң”), Артур Дәүләтбәков (“Йәшлек”), Мөнир Ҡунафин менән Әхмәр Үтәбаев (“Ағиҙел”), Рәшиҙә Мәһәҙиева (“Ватандаш”), Салауат Кәримов (“Башҡортостан уҡытыусыһы”), Венер Исхаҡов (“Шоңҡар”), Гөлфиә Янбаева (“Киске Өфө”), шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хәбәрселәре һәм районыбыҙ гәзиттәре етәкселәре залдағыларҙы үҙ баҫмалары, төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Викторина ойоштороп, бүләктәр ҙә тараттылар. Аралашыу барышында махсус хәрби операция темаһы ла ситтә ҡалманы. “Йәшлек” гәзитенең етәксеһе Артур Хәсән улы тамашасыларға махсус хәрби операция биләмәһендә төшөрөлгән видеосюжетты тәҡдим итте, ундағы төп герой - Ғафури егете Марсель Сәлимйәновтың ата-әсәһенә махсус бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ улдары һәләк булған әсәйҙәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, бер-береһенә гәзит-журналға подписка бүләк итте.
Матбуғат байрамы йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Башҡортостандың халыҡ артистары Заһир Иҫәнсурин, Фәрүәз Урманшин, район мәҙәниәт йорто йырсылары Разалия Салауатова, Фәнзил Ғәлин менән Гөлфирә Әлмөхәмәтова дәртле йырҙарын бүләк итте.
Тамашасылар залында йәнле аралашыу барһа, фойела ҡыҙыу эш дауам итте. Сара аҙағында тап ошо көндө гәзит журналға яҙылыусылар араһында матур-матур бүләктәр уйнатыласағын белгәндәр һаман сиратта тороп, матбуғатҡа яҙылды. Һәм бына иң тулҡынландырғыс мәл етеп, лотерея отошо башланды. Бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ! Уҡымлы, һиммәтле китаптар, төрлө сувенирҙар, хатта кәрәҙле бал да бар ине. Бәхетлеләр бүләк отоп ҡыуанһа, бүләкһеҙ ҡалғандар ҙа артыҡ бошонманы: аҙна һайын тотош республика, ил яңылыҡтары менән таныштырған гәзитте ҡулға алыу үҙе оло бәхет, шатлыҡ бит.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
https://tabin-gafuri.ru/news/novosti/2025-10-23/afuri-ar-g-zit-zhurnaldar-a-ihlas-ya-yldylar-4438494