-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2025, 10:30

Башҡортостан яҙыусыһы миллион отҡан

Башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм филолог Фирҙәүсә Хәзипова миллион һум отҡан. Еңеүсе бер көндә төрлө урындарҙа 13 билет һатып алған, был уның яратҡан һаны. Уларҙың береһе отошло булған.

Башҡортостан яҙыусыһы миллион отҡан
Башҡортостан яҙыусыһы миллион отҡан

«Билеттарҙы һул ҡулым менән һайлап алдым. Мөғжизәгә, ырымдарға ышанам, йыш ҡына күрәҙәсе төштәр күрәм, мәҫәлән, әҙәби премия алыр алдынан шулай булғайны. Отошто ҡараған саҡта билеттарымдағы һандарҙы билдәләп өлгөрмәй һәм отмаҫмындыр тип уйлай башланым. Ҡапыл ҡасандыр бер сауҙа үҙәгендә магазин лотереяһында еңеү яулауым иҫемә төштө. Был иһә еңеүгә ышаныс бирҙе. Аҙаҡтан инде аҡса отҡанымды белдем». 

Приз аҡсаһын Фирҙәүес Наил ҡыҙы Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүгә тотонған. Күпмелер өлөшөнә үҙенең китабын нәшер иткән, шулай уҡ гардеробын яңыртҡан.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас