-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2025, 17:58

Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!

...Фильмды, инглиз теленә тәржемә итеп, Лондон тамашасыһы иғтибарына күрһәтеү тәҡдим ителде...

Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!

Бишенсе «Дуҫтар тауышы: шиғриәт һәм сәнғәт» юбилей фестивале (2025 йылдың ҡыш башында) мөһим мәҙәни ваҡиғаға әүерелде. Евразия ижади гильдияһы / ЕИГ ойошторған был халыҡ-ара форум, 20 илдән 70-тән ашыу яҙыусыны, шағирҙы, рәссамдарҙы, музыканттарҙы, кинематографистарҙы һәм интеллектуалдарҙы туплап, донъя халыҡтары мәҙәниәттәре араһында ысын күпергә әүерелде.

Фестивалдә сығыш яһап, Евразия ижади гильдияһының иң оло ағзаларының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, төрки халыҡтары сатираһы атаһы Марсель Сәлимов: «Бында – планетабыҙҙың төрлө халыҡ вәкилдәре. Әммә шуға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ, сөнки бөтәбеҙ ҙә бер телдә - дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ телендә һөйләшәбеҙ», – тип белдерҙе.

Бурабайҙа үткән халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино фестивалендә Аргентина, Германия, Израиль, Италия, Көньяҡ-Көнбайыш, Рәсәй, Америка Ҡушма Штаттары, Тунис һәм башҡа илдәрҙән финалсыларҙың фильмдары күрһәтелде. Төрлө категориялағы иң яҡшы эштәр билдәләнде. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының Марсель Сәлимовтың ижад юлы тураһында «Донъя буйлап көлөп кенә» документаль фильмы (режиссеры Радик Килмәмәтов) халыҡ-ара жюриҙың махсус иғтибарына лайыҡ булды. Евразия ижади гильдияһы рәйесе урынбаҫары Солтанат Хәмзиева яҙғанса, сатира әҙәбиәте классигы тураһында фильмдың премьераһы фестивалдең ынйыһы – сағыу ваҡиға булды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының ижадына ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырылыуын иҫәпкә алып, фильмды инглиз теленә тәржемә итеп, Лондон тамашасыһы иғтибарына күрһәтеү тәҡдим ителде. Марсель Шәйнур улы «Евразияның зәңгәр гәүһәрҙәре» дискуссияһында ҡатнашты һәм билдәле нәшриәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Марат Әхмәтйәнов нигеҙ һалған Евразия ижади гильдияһының 10 йыллығы хөрмәтенә иҫтәлекле миҙалға лайыҡ булды.

Фестиваль халыҡ-ара аренала Башҡортостандың һәм уның вәкилдәренең бай мәҙәни мираҫын билдәләне. Форумда ҡатнашыусылар республиканың Евразия мәҙәни киңлеген үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Фестиваль тамамланғас, Шучинск ҡалаһындағы иң яҡшы белем биреү учреждениеларының береһе – Юғары педагогия колледжында (директоры Галина Бичун) танылған башҡорт һәм Рәсәй сатиригының уҡытыусылар һәм студенттар менән йәнле осрашыуы үтте.

Билдәләп үтергә кәрәк, Марсель Сәлимов Бөйөк Британияның  «OCA People» журналының «Евразия  мәҙәниәте легендалары» исемле махсус сығарылышында баҫылған интервьюһында яҙыусылыҡ тәжрибәһенән тыш, креатив индустрияның үҫешен һәм донъяла ижад кешеһенең урынын нисек күреүе менән дә уртаҡлашты.

 Фото: Тимур Әхмәтйәнов, Людмила Воеводина, Диләрә Линдсей, Максим Решетняк.

(Евразия ижади гильдияһының матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса)

 

Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Ҡаҙағстанда - Мар. Сәлим премьераһы!
Автор:
Читайте нас